Мәғариф Образование
27 Октябрь 2023, 20:13

Беҙҙең гимназия - ТОП-5 иҫәбендә

26-27 октябрь баш ҡалабыҙҙа Полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум үтте. 

Беҙҙең гимназия Топ-5 иҫәбендәБеҙҙең гимназия Топ-5 иҫәбендә
Беҙҙең гимназия Топ-5 иҫәбендә

Уның эшенә Рәсәйҙең төбәктәренән һәм  Төньяҡ Осетия-Алания, Марий-Эл, Ҡаҙағстан һ.б. сит илдәрҙән полилингваль белем биреү өлкәһендә эшләгән мәғариф хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, директорҙар, уҡытыусылар, мәктәпкә тиклем белем биреү учреждениелары белгестәре йыйылды. Был мәртәбәле сарала беҙҙең райондан  М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты директоры Эльвира Садиҡова ҡатнашты.

 Ике көн барған форумдың тәүге көнөндә ҡатнашыусылар алты маршрут буйынса таралды. Гимназиялар Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында  тәжрибә уртаҡлашты, асыҡ дәрестәр,  оҫталыҡ дәрестәре ҡараны.  

Икенсе көн форумдың пленар өлөшөндә конкурс еңеүселәре бүләкләнде. Иҫәнғолдоң М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты 2022/2023 уҡыу йылында БДИ, ТДИ, олимпиадалар, төрлө конкурстар һөҙөмтәләре, белем сифаты күрһәткестәре буйынса РЕСПУБЛИКАНЫҢ ИННОВАЦИОН БЕЛЕМ БИРЕҮСЕ ИҢ ШӘП БИШ АУЫЛ МӘКТӘБЕ иҫәбенә инде. Ҡотлайбыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас