Мәғариф Образование
17 Ноября 2023, 07:38

Сәмле, ғәмле, рухлылар йыйылды

Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәгенең “Педагог һәм остаз”, “Атайсалға изге эштәр йылы”на бағышланған “Остаз” проекты бөгөн - Ейәнсурала.

Сәмле, ғәмле, рухлылар йыйылдыСәмле, ғәмле, рухлылар йыйылды
Сәмле, ғәмле, рухлылар йыйылды

Абзан урта мәктәбендә үткән зона ярышына Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла Баймаҡ райондарынан һәм Сибай, Межгорье ҡалаларынан йәш быуында туған телгә һөйөү уятыусы педагогтар йыйылды. "Остаз"ды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡатнашты. Сара мәктәп алдында уҡытыусыларға ҡуйылған стелаға сәскә һалыуҙан башланды.

Ә алда конкурсанттарҙы өс турҙан торған педагогик бәйге көтә:
I. “Атайсалға хеҙмәт итәм” исемле команда презентацияһы;
II. “Педагогик хазина” исемле оҫталыҡ класы;
III. Башҡорт теле, мәҙәниәте, тарихы, методика буйынса Этно-квиз.

Барлыҡ бәйгеселәргә уңыштар теләйбеҙ, әлбиттә, шулай ҙа - Ейәнсура, алғаааа!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас