Мәғариф Образование
24 Ноябрь 2023, 04:35

Өфө университетында 58 мең һум стипендия алып уҡыу хоҡуғын биргән Федераль олимпиадала нисек ҡатнашырға?

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Федераль олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына ысынлап та шул тиклем аҡса түләйҙәрме? Ай һайынмы? Йыл буйынамы? (ЫСЫН. Өфө фән һәм технологиялар университетында түләйҙәр. Ай һайын. 1 йыл буйына)

Өфө университетында 58 мең һум стипендия алып уҡыу хоҡуғын биргән Федераль олимпиадала нисек ҡатнашырға?Өфө университетында 58 мең һум стипендия алып уҡыу хоҡуғын биргән Федераль олимпиадала нисек ҡатнашырға?
Өфө университетында 58 мең һум стипендия алып уҡыу хоҡуғын биргән Федераль олимпиадала нисек ҡатнашырға?

 


🚩Федераль олимпиаданың платформаһы М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты сайтында урынлашҡан. Бына ошо һылтанма буйынса инеп китә алаһығыҙ: https://olympiadsvosh.s-vfu.ru

🤝Уҡыусы платформала теркәлеү үтә. Шунда уҡ анкета тултыра, шәхси кабинет булдыра.

🔑"Олимпиады" тигән төймәгә баҫып, "ФЕДЕРАЛЬНАЯ ОЛИМПИАДА ШКОЛЬНИКОВ ПО РОДНЫМ ЯЗЫКАМ И ЛИТЕРАТУРАМ НАРОДОВ РОССИИ" тигәнен таба. "Отборочный этап олимпиады по родным языкам и литературе" тигән төймәгә баҫып, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте"н һайлай, тейешле класты таба, олимпиада биремдәренә яуап бирә .

✍Артыҡ ҡабаланырға кәңәш итмәйем. Өлгө өсөн бирелгән былтырғы йылдағы биремдәрҙе үтәп ҡарарға була.

🙋‍♀🙋‍♀🙋‍♀Белешмә өсөн телефон: 7 965 945-74-44 (Өфө университеты).


Олимпиада 2 этапта үтә:

✍ Һайлап алыу әле башланды!!!!!!!!
https://olympiadsvosh.s-vfu.ru платформаһында – 2023 йылдың 10 ноябренән 2024 йылдың 9 ғинуарына тиклем дауам итә.

✍ Йомғаҡлау өлөшө Өфө фән һәм технологиялар университетында 2024 йылдың февраль-март айҙарында үтә (һайлап алыу этабы еңеүселәре саҡырыла).

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас