Мәғариф Образование
14 Декабрь 2023, 09:58

Уҡытыусыларға премиялар бүлеү шарттарын асыҡланылар

.

Уҡытыусыларға премиялар бүлеү шарттарын асыҡланыларУҡытыусыларға премиялар бүлеү шарттарын асыҡланылар
Уҡытыусыларға премиялар бүлеү шарттарын асыҡланылар

Башҡортостанда уҡыу предметтарын ике телле һәм полилингваль нигеҙҙә уҡытҡан башҡорт, рус һәм туған телдәр уҡытыусыларына премиялар бүлеү шарттарын аныҡланылар.

 Төбәк хөкүмәтенең “Иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусыларын аҡсалата дәртләндереү тураһында” ҡарарына үҙгәрештәр индерелде.

Атап әйткәндә, документ менән түләүҙәрҙең бүленеше аныҡлана. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, 50 мең һумлыҡ утыҙ премияны – башҡорт теле уҡытыусылары, тағы ла утыҙ премияны – рус теле уҡытыусылары һәм ҡырҡ премияны туған телдәр уҡытыусылары аласаҡ.

Премиялар һаны һәм күләме элекке кеүек ҡала.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас