Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
23 Декабрь 2023, 15:55

Уҡыусылар өсөн ҡышҡы каникул күпмегә һуҙылыуы тураһында хәбәр иттеләр

...

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин социаль селтәрҙә яҡынлашып килгән ҡышҡы каникул хаҡында иҫкә төшөрҙө.

«Уҡыу йылының икенсе сиреге бөтөп килә. Уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулы 30 декабрҙә башлана һәм 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә. 2024 йылдың 9 ғинуарында балаларҙы мәктәпкә көтәбеҙ. Хөрмәтле коллегалар! Мәктәп каникулы алдынан үҙ-үҙеңде хәүефһеҙ тотоу ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрөргә кәрәк», – тип билдәләне министр.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: