Бөтә яңылыҡтар

Буласаҡ студенттарға 58 мең һум стипендия тәҡдим иттеләр

Башҡорт теленән төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһының һайлап алыу этабы бара. Ул 9 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.

Буласаҡ студенттарға 58 мең һум стипендия тәҡдим иттеләр
Буласаҡ студенттарға 58 мең һум стипендия тәҡдим иттеләр

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына уҡырға ингән олимпиада еңеүселәренә генә 1 йыл дауамында ай һайын 58 000 һум стипендия түләнә. Был хаҡта “Йәшлек” хәбәр итте.

Күптәр, Олимпиаданың платформаһына инеп, шәхси кабинет асыу өсөн логин менән пароль ала ла туҡтап ҡала. Артабан биремдәрҙе шунда уҡ үтәй башларға кәрәк.

Федераль олимпиаданың платформаһы М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты сайтында урынлашҡан. Бына ошо һылтанма буйынса инеп китә алаһығыҙ: https://olympiadsvosh.s-vfu.ru

Уҡыусы платформала теркәлеү үтә. Шунда уҡ анкета тултыра, шәхси кабинет булдыра.

"Олимпиады" тигән төймәгә баҫып, "ФЕДЕРАЛЬНАЯ ОЛИМПИАДА ШКОЛЬНИКОВ ПО РОДНЫМ ЯЗЫКАМ И ЛИТЕРАТУРАМ НАРОДОВ РОССИИ" тигәнен таба. "Отборочный этап олимпиады по родным языкам и литературе" тигән төймәгә баҫып, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте"н һайлай, тейешле класты таба, олимпиада биремдәренә яуап бирә.

Белешмә өсөн телефон: 7 965 945-74-44 (Өфө университеты).

Олимпиада 2 этапта үтә:

Әле һайлап алыу этабы бара. https://olympiadsvosh.s-vfu.ru платформаһында – 2023 йылдың 10 ноябренән 2024 йылдың 9 ғинуарына тиклем биремдәрҙе үтәргә кәрәк.

Йомғаҡлау өлөшө Өфө фән һәм технологиялар университетында 2024 йылдың февраль-март айҙарында үтә (һайлап алыу этабының еңеүселәре саҡырыла).

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: