Бөтә яңылыҡтар

Күрше районда медицина кадрҙары әҙерләйәсәктәр

...

Күрше районда медицина кадрҙары әҙерләйәсәктәр
Күрше районда медицина кадрҙары әҙерләйәсәктәр

Хәйбулла районындағы Аҡъяр тау колледжы яңы белем биреү йүнәлеше асыу һәм медицина кадрҙары әҙерләү тәҡдиме менән сыҡты. Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе, тип хәбәр итте “Башинформ”.

“Колледж ныҡлы һәм көслө. Улау уҡытыусылар составын тәьмин итәсәк. Унда медицина учреждениелары бар. Әйҙәгеҙ, унда фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары әҙерләү, йәғни медицина бүлеге асайыҡ. Нефтекамалағы һәм Мәсәғүттәге кеүек”, – тине Радий Хәбиров

Төбәк етәксеһе фекеренсә, был Башҡортостандың көньяҡ өлөшөн һәм күрше өлкәләрҙе медицина кадрҙары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Студенттарҙы 2025 йылда ҡабул итә башлау планлаштырыла.

Фото: «Башинформ»

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: