Бөтә яңылыҡтар

Гимназистар был юлы ла һынатманы

Мәрйәм Бураҡаева исмендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашты.

Гимназистар был юлы ла һынатманы
Гимназистар был юлы ла һынатманы

 

7 февралдә Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы бик күп саралар ойошторолдо. 
 Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемен йөрөткән 3 - сө һанлы гимназияһында "Рәхимов уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте.   Иҫәнғол ауылының М.С.Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатынан өс уҡыусыға ошо мәртәбәле сарала ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластан ике уҡыусының сығыштары баһалама ағзаларының айырым маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булды.  Аҡъюлов Салауат - еңеүсе, Юланов Асҡар призер булдылар.
 
Етәкселәре Гөлбаныу Ирек ҡыҙы Исмәғилева фәнни-ғәмәли конференцияға уҡыусыларҙы әҙерләп, рухи-әхлаҡи яҡтан йәш быуынды тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн Мәғариф һәм фән министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
 
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: