Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
11 Февраль , 16:11

Республика уҡыусыларын яңы фән көтә

.

Республика уҡыусыларын яңы фән көтә
Республика уҡыусыларын яңы фән көтә

2025 йылдың 1 сентябренән республикала тарих фәненә «Тыуған яғыбыҙ тарихы. Башҡортостан» тигән курс индерелә. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет ултырышында республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин ошо хаҡта хәбәр итте. «Хәҙер был бик мөһим, — тип белдерҙе ул. — Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының авторҙар коллективы һайлап алынған. 1 апрелгә тиклем «Тыуған яҡ тарихы. Башҡортостан» курсы буйынса дәреслектең ҡулъяҙмаһын күрһәтергә тейешбеҙ. Был курсты 2025 йылдың 1 сентябренән индереү күҙаллана». Яңы фәнде бишенсе-етенсе класс уҡыусылары өйрәнә, тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Башинформ»ға республиканың Мәғариф министрлығында. Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: