Рәсәй фәне көнөндә республикала бер төркөм студенттарҙы ҡотлап киттеләр.
Уларҙың араһында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алыусы Ейәнсура районының Ибрай мәктәбе сығарылыш уҡыусылары ла бар.
Нурзилә Ҡолғарина 2-се курс магистранты- уҡыуҙағы һәм фән өлкәһендәге уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына лайыҡ булды.
Ҡолғарина Рәмзилә 3-сө күрс студенты - уҡыуҙағы һәм фәнде үҙләштереүҙәге юғары күрһәткестәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына лайыҡ булды. Бер туғандар уҡыуҙа ла, уҡыу йортоноң мәҙәни тормошонда ла һынатмайҙар.