Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
26 Февраль , 12:55

"Зарница" илһөйәрлек тәрбиәләй

Бөгөн "Салауат" физкультура-сәләмәтләндереү комплексында уҡыусыларҙың "Зарница" уйыны үтте.

"Зарница" илһөйәрлек тәрбиәләй
"Зарница" илһөйәрлек тәрбиәләй

Бөгөн "Салауат" физкультура-сәләмәтләндереү комплексы хәрби кейемдәге егет-ҡыҙҙарҙың тауыштарынан гөрләп торҙо. Бында “Рәсәй илһөйәрҙәрен үҫтерәбеҙ” исемле хәрби-патриотик тәрбиә айлыҡ сиктәрендә район мәктәптәренең "Зарница" уйыны үтте.

Уйында барлығы 18 команда көс һынашты. Уҡыусылар сафта йөрөү әҙерлегенән алып, автоматты һүтеп-йыйыу, беренсе ярҙам күрһәтеү, викторина һорауҙарына яуап биреү, дөйөм ғәскәр һаҡлау комплектын ваҡытҡа кейеү, турникта күтәрелеү, бассейнда өс кешенән торған команда менән ваҡытҡа йөҙөү   кеүек этаптарҙа үҙҙәрен һынаны.

 "Зарница" йәш үҫмерҙәрҙән уйыны яҡшы физик әҙерлек, зирәклек, фекерләй белеү, етеҙлек, тәртип талап итте.

Шуныһы ҡыуаныслы, район мәктәптәре уҡыусылары йылдан-йыл ныҡлап әҙерләнеп килеп, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: