Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
27 Февраль , 09:30

Бар яҡтан да килгән ҡыҙ

Ундайҙарҙы беҙҙең халыҡта “Баҫҡан урынында ут сәсрәтә” тиҙәр. Ысынлап та, Таҙлар урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Айсын Хәлитоваға был һүҙҙәр тап килеп кенә тора.

Бар яҡтан да килгән ҡыҙ
Бар яҡтан да килгән ҡыҙ

 

Ундайҙарҙы беҙҙең халыҡта “Баҫҡан урынында ут сәсрәтә” тиҙәр. Ысынлап та, Таҙлар урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Айсын Хәлитоваға был һүҙҙәр тап килеп кенә тора. Рәзилә һәм Шәкир Хәлитовтарҙың ғаиләһендә Иҙел ағаһынан һуң икенсе бала булып тыуған Айсын бәләкәйҙән зирәк булып үҫә. Башланғыс кластарҙы тамамлағандан һуң 5-се кластан Әнзинә Дүшәнбаева етәкселегендә уҡыуын дауам иткән ҡыҙҙа лидерлыҡ сифаттары тағы ла асылып китә.

Бөгөн Айсын үҙенең класының старостаһы ғына түгел, мәктәптә үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы ла, алыштырғыһыҙ алып барыусы ла. Шулай уҡ ул үткән йылдан башлап урындағы“Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһы рәйесе лә.

9-сы класты  төп дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, тик “4” һәм “5” билдәләренә генә тамалаған ҡыҙ уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмай. Төрлө спортсараларынан да ситтә ҡалмай, волейбол һәм баскетбол түңәрәктәренә йөрөй. Хоҡуҡ, башҡорт теле фәндәренән район кимәлендә үткән муниципаль олимпиадаларҙа призлы урындар яулаған ҡыҙыҡай республика этаптарында ла ҡатнашыу мөмкинлеге алған. Хоҡуҡ фәненән (етәксеһе Александр Куканов) Өфөлә үткән төбәк олимпиадаһында ҡатнашҡандар ҙа инде. Ә башҡорт теленән  (етәксеһе Әнзинә Дүшәнбаева) “Уҡыусыларҙың төнъяҡ-көнсығыш олимпиадаһы”ның төбәк этабына Ейәнсура данын яҡларға әҙерләнәләр генә.

Үткән аҙнала Стәрлетамаҡта үткән “XVI Кейекбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияла Айсын (етәксеһе Ильмира Әлмөхәмәтова) “Ейәнсураның ете мөғжизәһе” исемле эҙләнеү эше менән сығыш яһап дипломға лайыҡ булған.

 “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһының “Башҡортостан Республикаһы лидеры” конкурсының төбәк этабына үтеп тә, буран булыу сәбәпле бара алмағандарына үкенә Айсын. Әйткәндәй, ул был ойошманың иң әүҙем вәкилдәренең береһе. Райондың башҡа мәктәптәрендә лә булып, “Беренселәр хәрәкәте”нең эше, маҡсаттары, йүнәлештәре менән башҡа уҡыусыларҙы ла таныштыра. Башҡортса ла, русса ла яҡшы һөйләшкән ҡыҙҙың дуҫтары ла бик күп. Иптәштәрен өгөтләй ҙә, ниндәйҙер эшкә лә бик тиҙ генә күндерәлә ала ул. Йәштәштәре араһында үҙенең тура һүҙлелеге, батырлығы, ҡыйыулығы менән ихтирамға лайыҡ булған Айсынды уҡытыусылар ҙа гел маҡтап телгә ала. Ә класс етәксеһе Әнзинә Ислам ҡыҙы “Алыштырғыһыҙ ярҙамсым!” тип кенә тора. Әсәһе, атаһы, ағаһы Иҙел, һылыуҙары Зәлифә, Рәмилә һәм Элина ла Айсын менән ғорурланалар. Өйҙә әсәһенең төп ярҙамсыһы булған ҡыҙыҡай һылыуҙары өсөн яҡшы өлгө булып тора.

Киләсәктә Айсын Хәлитова мәктәпте тамамлап, юғары белем алып, тәртип һаҡлау органдарында эшләргә хыяллана. Уҡыуыңды уңышлы тамамлап, уй-ниәттәреңде тормошҡа ашырырға яҙһын һиңә, Айсын!

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: