Бөтә яңылыҡтар

"Бураҡаева уҡыуҙары" үтте

Бөгөн Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында "Бураҡаева уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

"Бураҡаева уҡыуҙары" үтте
"Бураҡаева уҡыуҙары" үтте

Уны асыу тантанаһында һәм пленар өлөштә БР Мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Рәйсә Күзбәкова, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов ҡатнашты. 

Республикабыҙҙың төрлө райондары һәм ҡалаларынан килгән ҡатнашыусылар өс секцияла эшләне.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: