Мәғариф Образование
5 Апрель 2024, 12:05

Мәктәптәрҙә 1 сентябрҙән яңы фән индерелә

...

Мәктәптәрҙә 1 сентябрҙән яңы фән индереләМәктәптәрҙә 1 сентябрҙән яңы фән индерелә
Мәктәптәрҙә 1 сентябрҙән яңы фән индерелә

Быйыл 1 сентябрҙән Рәсәй мәктәптәрендә өлкән класс уҡыусылары өсөн «Ғаиләне өйрәнеү» тигән яңы предмет индерелә. “Башинформ” хәбәр итеүенсә, был хаҡта Владимир Путиндың хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә вице-премьер Татьяна Голикова белдергән.

«Уны «Мөһим төшөнсәләр тураһында һөйләшеү» йәки кластан тыш эш сиктәрендә индерәбеҙ. Әйткәндәй, был ғәҙәти дәрес түгел. Уҡытыусы менән балалар араһында ғаилә ҡороуға ыңғай ҡараш булдырыуға йүнәлтелгән һөйләшеү булырға тейеш, — тине  Татьяна Голикова. — Мәктәп эскәмйәһенән үк ғаилә ҡиммәттәрен формалаштырыуға баҫым яһаясаҡбыҙ».

18-35 йәшлек йәштәрҙең алдына ҡуйған тормош маҡсаттары араһында 71 проценты бәхетле ғаилә ҡороуға, балалар тәрбиәләүгә өҫтөнлөк бирә, шуға күрә был теләкте хуплау бик мөһим, тип билдәләне ул. Хәҙер «Ғаилә» милли проектын булдырыу өҫтөндә эш алып барыла.

Фото: "Ейәнсура таңдары" архивы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас