Киләсәк - уларҙың ҡулында

Бөгөн район хакимиәтендә инде дүртенсе йыл уҙғарылған күркәм сара үтте.

Киләсәк - уларҙың ҡулындаКиләсәк - уларҙың ҡулында
Киләсәк - уларҙың ҡулында

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов республика һәм төбәк-ара олимпиада һәм конкурстарҙа призлы урындар алыуға өлгәшкән уҡыусылар менән осрашты. Башлыҡ менән һәләтле балалар араһында сәй артында йәнле һөйләшеү булды. Шулай уҡ уҡыусылар ике командаға бүленеп, ҡыҙыҡлы проекттар төҙөнөләр һәм уларҙы яҡланылар. 

Сараның икенсе өлөшөндә Дәмин Марат улы уҡыусыларға үҙенең эш кабинетын күрһәтте, эш графигы, тәртибе менән таныштырҙы, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

Файҙалы, күңелле осрашыу дөйөм фотоға төшөү менән тамамланды.

Тулыраҡ - "Ейәнсура таңдары"ның киләһе һанында.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас