Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан мәктәптәрендә телефон ҡулланыу тыйылды

.

Башҡортостан мәктәптәрендә телефон ҡулланыу тыйылды
Башҡортостан мәктәптәрендә телефон ҡулланыу тыйылды

Башҡортостанда рәсми рәүештә дәрес ваҡытында телефон ҡулланыу тыйылды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» законға тейешле төҙәтмәләр индерҙе. Үҙгәрештәр федераль ҡануниәттәге төҙәтмәләрҙән һуң ҡабул ителде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе уҡыуҙа проект төбәк кимәлендә март айында ҡабул ителгәйне.

Балаларға мәктәпкә телефон алып килергә рөхсәт ителә, әммә дәрес ваҡытында уны ҡулланырға ярамай. Уҡыусыларҙың, мәктәп хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә йәки һаулығына хәүеф янағанда, йәки башҡа ашығыс осраҡтарҙа дәрестә телефон менән файҙаланыу тыйылмай.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-05-30/bash-ortostan-m-kt-pt-rend-telefon-ullanyu-tyyyldy-3792052

Автор:
Читайте нас: