Әле “Ал елкән” лагеры беренсе сменаға килгән балаларҙы ҡабул итеп алды ла инде. Смена 3-нән 23 июнгә тиклем дауам итә.
– Программабыҙ патриотик йүнәлештә һәм “Беренселәр ваҡыты” тип атала. Ул “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте менән берлектә эшләнелде, – ти лагерь етәксеһе Байрас Ҡансурин. – Сменаға 110 баланы ҡабул итеп алдыҡ. Лагерҙа үҙебеҙҙең райондан да, башҡа район-ҡалаларҙан килгән уҡыусылар ҙа бар.
Программаға ярашлы, бик ҡыҙыҡлы һәм тәрбиәүи саралар, осрашыуҙар планлаштырылған.
Кисә “Беренселәр хәрәкәте” белгесе Фидәрис Юлсанов менән берлектә “Забег Первых” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә балалар 🏃♂🏃♀1,2 километрға уҙыш ойошторғандар.
Шулай уҡ райондың 🚔 Эске эштәр бүлеген хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән әңгәмәләшкән.
💯Балаларға яҡшы кәйеф, һәйбәт ял теләйбеҙ.🤝