"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Дарислам - "Йәш шайморатовсы"

Өфөлә 2022-2023 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса "Йәш шайморатовсы" почет билдәһенә лайыҡ уҡыусыларҙы тәбрикләнеләр.

Дарислам - "Йәш шайморатовсы"
Дарислам - "Йәш шайморатовсы"

14 июндә "СМАРТ" 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында, Шайморатов исемендәге класс уҡыусылары араһында 2022-2023 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса "Йәш шайморатовсы" почет билдәһе менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Был награда "Шайморатов" кластары уҡыусыларын дәртләндереүҙең юғары формаһы булып тора.

Комиссия ағзалары тарафынан 59 уҡыусынан 30-ы ғына һайлап алынды, улар араһында Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 6-сы класс уҡыусыһы Аҙнабаев Дарислам да бар. Ул уҡыуҙа, спортта һәм ижади конкурстарҙа күрһәткән юғары ҡаҙаныштары өсөн 3-сө дәрәжә почет билдәһенә лайыҡ булды.

Афарин, Дарислам! Яңы үрҙәр һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!

Эльвира Садиҡова, М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты директоры.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: