Бөтә яңылыҡтар

"Бураҡаева уҡыуҙары"

Башҡортостанда, шул иҫәптән Ейәнсура районында ла һуңғы йылдарҙа туған телгә иғтибар арта барыуына шаһитбыҙ. Бер генә миҫалға туҡталһаҡ, былтыр, Педагог һәм остаз йылы сиктәрендә районда өр-яңы фәнни-ғәмәли конференцияға нигеҙ һалды. 

Бураҡаева
Бураҡаева

Был, республикала беренсе тапҡыр этнопедагогика буйынса үткәрелгән төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция ике көн дауамында барҙы. Ул “Тормош һабаҡтары” программаһы һәм дәреслектәренең авторы, “Йәйләү” профилле сменаһының, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе” проекттарының авторы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, гимназияға нигеҙ һалыусы, ил инәһе Мәрйәм Бураҡаеваға 80 йәш тулыуға арналды.

Республикала илһөйәрлек тәрбиәләүҙә һәм туған телде, мәҙәниәтте һаҡлауҙа мөһим роль уйнаған этнопедагогика буйынса беренсе күләмле конференция - гимназия-мәктәп уҡытыусыларын һәм директорҙарын ғына түгел, шулай уҡ Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Сибай юғары уҡыу йорттары ғалимдарын да йыйҙы. Республиканың 19 районынан һәм ҡалаһынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 100-ҙән ашыу ҡатнашыусыны ҡабул итте. Конференция сиктәрендә гимназияла асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, күргәҙмәләр ойошторолдо,  этнопедагогика музейы асылды. 

Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙы Садиҡова, М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты директоры: - Бөгөн дә гимназия-интернатта Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы башланғысын – баланың тәбиғи һәләтен асыу, уны илен һөйгән шәхес итеп тәрбиәләү төп маҡсат булып тора. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыу – гимназия-интернат коллективының кисектергеһеҙ бурысы. Беҙ бит олошәхес исемен йөрөткән уҡыу йортонда киләсәк быуын өсөн кәрәкле – ҙур белемле һәм яҡшы тәрбиәле егет һәм ҡыҙҙар үҫтерәбеҙ. Гимназия киләсәктә лә райондың ҙур терәге, ышанысы, таянысы булып ҡалыр, район һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индерерербеҙ, тип ышанабыҙ.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: