"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Ейәнсуранан - етәү

2020 йылда Рәсәйҙә тәү тапҡыр ауыл ерендә спортты үҫтереүгә тос өлөш индергән “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла башланы.  Башҡортостанда хәҙер был программа буйынса түләүҙәр 600 меңдән 1 миллион һумғаса артты. Ә быйылдан башлап “Ҡала тренеры” программаһы ла ғәмәлгә инәсәк.

Баскетбол буйынса республика чемпиондары, 2023/2024 уҡыу йылы.
Баскетбол буйынса республика чемпиондары, 2023/2024 уҡыу йылы.

 Ейәнсура районында Республика Башлығы ярҙамы менән 2021 – 2023 йылдарҙа төрлө йәш категориялары өсөн тәғәйенләнгән ете спорт майҙансығы төҙөлгән. Иҫәнғол ауылы халҡына «Дуҫлыҡ» паркындағы күп функциялы спорт майҙансығы эшләй. Унда заманса йыһазландырылған ГТО биләмәһе менән скейт-майҙан да бар. Иҙелбаҡ ауылында күп функциялы спорт зонаһы барлыҡҡа килгән, ул “Йәштәр” паркында урынлашҡан. Таҙлар, Күгәрсен ауылдарында ла шундай уҡ зоналар бар. Арсен ауылының фигуралы шыуыу һәм хоккей һөйөүсе спортсыларына боҙ майҙансығы тапшырылған. 

Иҙелбәк ауылындағы "Йәштәр" паркы
Иҙелбәк ауылындағы "Йәштәр" паркы

Районда шулай уҡ “Ауыл тренеры” республика программаһында ҡатнашыусылар йәш спортсылар менән әүҙем шөғөлләнә. Ейәнсурала улар етәү: волейбол буйынса -Руслан Хөсәйенов, баскетбол буйынса - Фәнис Сөләймәнов, регби буйынса - Анзор Сарлыбаев, йөҙөү буйынса - Сергей Завалихин менән Алина Татлыбаевалар программала ҡатнашҡан. Улар Иҫәнғолда эшләй. Ә Иҙелбаҡ ауылында балаларға көрәш серҙәрен Денис Дәүләтбәков өйрәтә. Рәфис Ғайсин шулай уҡ Муйнаҡ ауылындағы балаларҙы милли спорт төрө буйынса өйрәткән. Әлеге ваҡытта ул махсус хәрби операция зонаһында – тәрбиәләнеүселәре яугирҙең еңеү менән ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

"Ауыл тренеры" - Фәнис Сөләймәнов.
"Ауыл тренеры" - Фәнис Сөләймәнов.

"Ауыл тренеры" программаһына тәүгеләрҙән булып Фәнис Сөләймәнов ҡатнаша. Ул күп йылдар инде уҡыусыларҙың баскетбол командаһын етәкләй. Уларҙың тәрбиәләнеүселәре зона һәм республика кимәлендә уңышлы сығыш яһай. Ф. Солтанов исемендәге мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Фәнис Салауат улы шулай уҡ  күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн "Рәсәй Федерацияһының тәрбиә һәм белем биреү почетлы хеҙмәткәре" знагына ла эйә.

2019 йылдың 23 сентябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы Указды тормошҡа ашырыу маҡсатында “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырыла. Был маҡсатта республика бюджетынан йыл һайын 60 миллион һум бүлеү ҡаралған. Әйткәндәй, проект тормошҡа ашырылған дүрт йыл эсендә 176 тренер аҡсалата ярҙам алды. 2020 йылда – 13 райондан 34, 2021йылда – 10 райондан 20, 2022 йылда – 20 райондан 49, 2023 йылда 12 муниципалитеттан 52 тренер-уҡытыусы был мөмкинлектән файҙаланды. Ә 2024 йылда 15 спорт төрө буйынса  21 тренер-уҡытыусы ошондай бәхеткә эйә булды.

Проектҡа ярашлы, түбәндәге тренер-уҡытыусылар түләүҙәрҙе алыу хоҡуғына эйә:

* республикала биш йылдан күберәк йәшәүселәр һәм торлаҡҡа мохтаж булғандар сиратында тороусылар;

* 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң башҡа төбәктәрҙән килгәндәр һәм Башҡортостандың Спорт министрлығы тарафынан раҫланған спорт ойошмаларында талап ителгән вазифалар реестрына ингән спорт төрҙәре буйынса эшләгән тренер-уҡытыусылар.

Түләүҙәрҙе торлаҡ, торлаҡ йортто төҙөүгә ер участкаһы һатып алыуға, ипотеканы түләүгә, торлаҡ йорт төҙөүгә, автомобиль һатып алыуға йәки профилле белем алыуға файҙаланырға мөмкин. Быйылдан ипотека торлаҡ кредитын түләргә була. Һөҙөмтәлә республиканың ауыл ерендә кадрҙар мәсьәләһе генә хәл ителеп ҡалмай, балалар һәм үҫмерҙәр спорты ла үҫешә.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2024-07-21/ey-nsuranan-et-3856586

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: