Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
20 Сентябрь , 11:16

ШКИБ һөҙөмтәләрен бирә

.

ШКИБ һөҙөмтәләрен бирә
ШКИБ һөҙөмтәләрен бирә

Башҡортостанда Республика Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, уҡыусыларҙың башланғыстарына нигеҙләнгән бюджетлау проекттары тормошҡа ашырыла. 2023-2024 уҡыу йылында райондың 12 мәктәбе был конкурста ҡатнашып, еңеп сыҡты. Проекттар ғәмәлгә ашырылды ла инде. Шуларҙың береһе – Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатының "Арғымаҡ" медиаүҙәге. Был проектты гимназия уҡыусылары "Ҡоролтай” үҙидара ойошмаһы ағзалары менән тормошҡа ашырҙы.

– Беҙҙең медиаүҙәк 2023 йылдың ғинуарында уҡ эшләй башланы. Тәүҙә телефон, муляж микрофон тотоп йөрөнөк. Материалдарҙы телефонда редакторлай инек. Директорыбыҙ Эльвира Барый ҡыҙының, уҡыусыларҙың тәҡдиме менән "Мәктәп инициативаһын бюджетлау" проектында ҡатнашып, күпселек тауыш менән еңеп сыҡтыҡ. Бүләнегән аҡсаға ҡорамалдар, аппаратура, камера, микрофон, компьютер һәм башҡа кәрәк-яраҡ алдыҡ. Йәш хәбәрселәр булып 8-се кластан – Зарина Искәнйәрова, Ләйсән Аҫылғужина, Нургиз Мөхәмәтйәнов, 11-се кластан Рәсим Ишмырҙин менән Нәркәс  Ғәббәсова эшләй. 8-се класс уҡыусылары Илсур Мусин – оператор, Рифат Сабиров – оператор һәм редактор,  Регина Хәсәнова – фотограф, – тип һөйләй медиаүҙәк етәксеһе Юлиә Айҙашева.

Медиаүҙәк быйылғы йылында  яңы килгән уҡыусыларҙан тағы ла хәбәрселәр, редакторҙар туплай башлаған.

Гимназия директоры Эльвира Садыҡова билдәләүенсә, яңы ғына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, медиаүҙәк үҙенең һөҙөмтәләрен дә бирә. Уның хеҙмәткәрҙәре республика, район кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулаған. Шулай уҡ гимназия, район кимәлендәге төрлө сараларҙы, яңылыҡтарҙы яҡтыртып торалар. Белем йортона килгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙан интервью алыу, улар менән аралашыу, әңгәмәләшеү уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә. Сөнки төрлө өлкәләрҙә эшләгән, үҙ һөнәрҙәренең оҫталары булған остаздар менән аралашыу үҙе бер ғүмер.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: