Мәктәптә уҡығанда уҡ уҡытыусылары егеттең яҡшы уҡыуын, төплө итеп аңлата белеүен күреп, уҡытыусы булыр ул тигән ҡарашта булһа ла, Марат Ҡунаҡбай улы алдан нефть университетына уҡырға инергә ниәтләгән була. Әммә Өфөгә килгәс ҡарарын үҙгәртә, класташ ҡыҙы менән бергә Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика бүлегенә документтарын тапшыра һәм күп тә үтмәй студент булып китә.Шулай осраҡлы ғына рәүештә уҡытыусы һөнәрен һайлай.
Тәүге осорҙа Башҡорт Үргене мәктәбенең ветеран уҡытыусылары Әйүп Ейәнбирҙин, Әхмәтбай Абдуллин, Вәли Солтанбаевтар менән эшләргә тура килә. Йәш уҡытыусы ил ағаларынан бик күп нимәгә өйрәнгән:
-Улар сыныҡҡан быуын кешеләре, донъяға ҡараштары ла икенсе ине. Уҡытыуҙан тыш, беҙ коллегалар менән өлкән класс уҡыусылары менән бергә утын әҙерләү, колхоз ярҙам итеү кеүек төрлө эштәрҙә ҡатнаштыҡ. Ошо ваҡыт минең өсөн бик әһәмиәтле булды, тормош тәжрибәһе тупларға ярҙам итте. Ғөмүмән алғанда, бөтә хеҙмәт юлымды барлап, коллективтан уңдым тип ғорурланып әйтә алам, – ти бөгөн Марат Ҡунаҡбай улы.
Өлкәндәрҙең тәжрибәһе менән бергә балаларға заманса алымдар ҡулланып уҡытҡан уҡытыусының дәрестәрен балалар ярата. Етмәһә, компьютер технологиялары барлыҡҡа килгәс, өҫтәлмә рәүештә информатика курстары үткән уҡытыусыға эш арта. Бөгөн ул биш йыл хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман да сафта, уҡытыуын дауам итә. Уҡыусыларға математика, физика, информатиканан һәм кадрҙар етешмәү сәбәпле географиянан да белем бирә.
Ошо йылдар эсендә Марат Ҡунаҡбай улы төрлө олимпиадалар, конкурстар еңеүселәрен тәрбиәләй. Уның етәкселегендә уҡыусылары төрлө фәндәрҙән эҙләнеү эштәре башҡарып ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән. Ә Азамат Аҡсурин, Урал Аҡсурин һәм Нияз Мәхийәнов төрлө йылдарҙа физика һәм астрономиянан район олимпиадаларында еңеү яулап, республика этаптарында Ейәнсура данын яҡлаған. Үҙе урынына алмаш үҫтереүҙе лә күҙ уңында тотҡан алдынғы ҡарашлы уҡытыусы: уның уҡыусыһы Рәсих Янбаев әлеге көндә физика-математика факультетының магистратураһында белем ала. Практиканы тыуған мәктәбендә үткән егеткә ҙур өмөттәр бағлайҙар.
Әлеге ваҡытта Марат Ҡунаҡбай улы 10-сы, 11-се класс уҡыусыларының класс етәксеһе лә, бергәләп ең һыҙғанып Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнәләр. Ул һәр бер уҡыусыһы менән яҡшы мөнәсәбәт булдыра алған.Кластары менән мәктәп тормошонда әүҙем булырға тырышалар, бер саранан да ситтә ҡалмайҙар.
Дәрестәрҙән тыш кластан тыш саралар, консультациялар үткәреү күп ваҡыты алһа ла, эшен яратҡан уҡытыусы бер ҙә зарланмай. Киреһенсә, эштән тыш йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, ауылдың ирҙәр ҡоро рәйесе йөгөн дә тарта, Башҡорт Үргене ауылының Бәйләнештәге “Киске Үрген” төркөмөн дә алып барырға өлгөрә. Шулай уҡ мал тота, һыйырҙарҙың ағын да үҙе эш итә. Мәктәптә лә, ауыл халҡы араһында ла абруйы ҙур Марат Ҡунаҡбай улының.
Улар тормош иптәше Зилә апай менән өс ул үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош юғалтыуҙарһыҙ булмай шул, ҙур улы Вилдан һәм хәләл ефете был донъянан иртә киткән. Марат Ҡунаҡбай улы Дим һәм Нур улдарына, ейән-ейәнсәрҙәренә бауыр баҫып, уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Әйткәндәй, улдары ла атаһы юлынан киткәндәр, Дим – компьютер ҡоролмаларын йүнәтеү йүнәлеше буйынса белем алып программист булып эшләй, ә Нур Ейәнсура агросәнәғәт колледжында информатика дәрестәре бирә, шулай уҡ инженер-программист та.
Тырыш, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған уҡытыусының хеҙмәте бихисап грамоталар, Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Шуларҙың араһында “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” (1997), “Рәсәй Федерацияһының мәғариф министрлығының почет грамотаһы” (2021)кеүек юғары наградалар ҙа бар.
Һәр кеше лә тота килеп уҡытыусы булып китә алмайҙыр, Марат Ҡунаҡбай улына был һәләт, күрәһең, тыумыштан бирелгән. Тимәк, һөнәр һайлауы осраҡлы хәл булмаған.