"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
16 Октябрь , 12:27

Башҡортостанда уҡыусыларҙың көҙгө каникул көндәре билдәле булды

Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.

— Башҡортостанда көҙгө каникул 26 октябрҙә башлана. 5 ноябрҙә балалар йәнә мәктәпкә бара. Был ваҡытта күп балалар буш ваҡытын өйҙән һәм мәктәптән ситтә үткәрә. Әммә уларҙың именлеге барыбыҙ өсөн дә өҫтөнлөклө бурыс булып ҡалырға тейеш, — тип билдәләне Илдар Мәүлитбирҙин. — Ошо осорҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирегеҙ. Балаларға урамда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен, хәүеф-хәтәрҙән нисек ҡасырға һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нимә эшләргә кәрәклеген иҫкә төшөрөү мөһим.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: