Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
21 Декабрь , 09:35

Ейәнсура педагогтары семинарҙа ҡатнашты

19 декабрҙә Баймаҡ районын Иҫке Сибай ауылы Урал аръяғының 9 муниципалитетын ДӘҮЛӘТ ТЕЛДӘРЕ ҺӘМ БАШҠОРТОСТАН  РЕСПУБЛИКАҺЫ ХАЛЫҠТАРЫ ТЕЛДӘРЕ КОНЦЕПЦИЯҺЫН, «БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ХАЛЫҠТАРЫ ТЕЛДӘРЕ ТУРАҺЫНДА» ЗАКОНЫН ТОРМОШҠА АШЫРЫУ БУЙЫНСА МУНИЦИПАЛЬ – АРА семинарға йыйҙы

Ейәнсура педагогтары семинарҙа ҡатнашты
Ейәнсура педагогтары семинарҙа ҡатнашты

Тәүге өлөштә ҡунаҡтар Иҫке Сибай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ибраһимова Азалия Варис ҡыҙы, Мөхәмәтшина Рәзинә Салауат ҡыҙы, Баймаҡ ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ниғмәтуллина Лиза Урал ҡыҙы, Юламанова Земфира Зәкериә ҡыҙы һәм Рәхимова Зәлиә Рәсих ҡыҙының асыҡ дәрестәрен ҡараны. 

Артабан ҡунаҡтарға мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Геология музейы, информатика, робототехника, лингофон, логопедия, башланғыс синыф кабинеттары, "Үҫеш нөктәһе" белем биреү, балалар инициативаһы үҙәктәренең эшмәкәрлектәре менән һәр кем яҡындан танышты. 

1-се ҡатта Ағинәйҙәр, "Атайҙар ҡоро", ҡул эштәренә оҫта әсәйҙәр тарафынан күргәҙмә ойошторолдо. 

Тамаша залында алдынғы уҡытыусылар Дәүләтбаева Гөлнара Фридрих ҡыҙы (Благовещен ҡалаһының М.А.Киняшов исемендәге 6-сы урта мәктәбе), Таһирова Зөлфирә Рауил ҡыҙы (Йылайыр районы Йомағужа ауылы мәктәбе) һәм Сәфиуллина Ләйсән Рәис ҡыҙы (2-се республика полилингваль күп профилле «СМАРТ» гимназияһы) тәжрибәләре менән уртаҡлашты. 

Мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиләнеүселәре, сәнғәт мәктәбе уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән "Мин яратам һине, туған телем!" тип аталған әҙәби-музыкаль композицияны ҡунаҡтар көслө алҡыштарға күмде. 

Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Фәнил Рамаҙан улының ялҡынлы телмәре, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты Дәүләтҡолова Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙының актуаль теманы күтәреүе, Өфө фән һәм технологиялар университетының декан урынбаҫары Әлимбаева Гөлшаян Ғәбсәләм ҡыҙының заманса уйҙары, Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен уҡытыу мәсьәләләре буйынса республика ата-әсәләр советы рәйесе урынбаҫары Уразбахтин Айбулат Алик улының ҡыҙыҡлы телмәре, Рәсәй конкурсы еңеүсеһе Ишдәүләтова Әлиә Риза ҡыҙының, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) педагогия факультеты доценты Ласынова Нәйлә Азамат ҡыҙының, Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры Әбделмәнова Әлфиә Вәкил ҡыҙының, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы исемендәге башҡорт гимназия-интернаты директоры Садыҡова Эльвира Ғабдулбарый ҡыҙының, Баймаҡ районы Күсей төп дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡытыусыһы Латыпова Илүзә Мөхәммәт ҡыҙының сығыштары күңелгә уйылып ҡалды. Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының начальнигы Морат Нил улы алып барған пленар өлөш ҡатнашыусыларға файҙалы булды. 

Заманса йыһазландырылған мәктәптә Урал аръяғының рухлы уҡытыусылары менән эшлекле аралашыу, ҡыҙыҡлы оҫталыҡ кластарын, асыҡ дәрестәрҙе ҡарау күңелде үҫтерҙе, рухландырҙы.

Сығанаҡ: Баймаҡ районы мәғариф бүлеге.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: