Өс турҙан барған сәмле ижади ярышта 300-ҙән ашыу кеше – Башҡортостандың район-ҡалаларынан; күрше өлкәләрҙән – Ҡурған, Ырымбур, Төйлөгән, Силәбе өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан килгән уҡыусылар ҡатнашты. Улар башҡорт теле һәм әҙәбиәте, республикабыҙҙың тарихы, күренекле шәхестәре, мәҙәниәте хаҡында белемдәрен, диалог ҡороу оҫталығын күрһәтте, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ булыуын, туған телебеҙҙе яратып өйрәнеүен иҫбатланы.
Олимпиаданы ойоштороу һәм үткәреү барышы менән Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы етәкселек итте. Быйыл олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусылар һаны күпкә артты. Уҡыусыларҙың эштәрен Башҡорт дәүләт университетының, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының ғалимдары һәм методистары, республиканың алдынғы укытыусыларынан торған жюри баһаланы.
Унда беҙҙең райондан 13 уҡыусы ҡатнашты. Шулар араһынан өс бала: Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбенең 9-сы класында белем алыусы Юлдашбаева Гөлнур (етәксеһе Сагитова А.М.) , Мәрйәм Бураҡаева исемендәге гимназия-интернат 10-сы класс уҡыусылары Йылҡыбаев Искәндәр, Тулибаева Нурия (етәксеһе Исмәғилева Г.И.) – призерҙар. Яңыбай мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Ҡәҙербәкова Динара (етәксеһе Ишмөхәмәтов Г.Х.) конкурс шарттарын уңышлы үтеп, еңеүсе исеменә лайыҡ булды!
Иҙелбәк мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Утицких Арианна (етәксеһе Трубкулова Г.Р.) – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының махсус призына,ә Үтәғол мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Ноғоманова Карина (етәесеһе Фазлеева Д.М.) «Аманатҡа тоғролоҡ» номинацияһында еңеүгә лайыҡ булды.
Афарин,уҡыусыларыбыҙ һынатманы!
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ! Артабан да телебеҙҙе һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауҙа алдынғылар рәтендә булығыҙ!
Гөлсиә Тимербулатова, муниципаль методик бүлеге мөдире.