Ибрай урта мәктәбе уҡыусыларҙың башланғыстарын тормошҡа ашырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Ике йыл рәттән «Мәктәп инициативалы бюджетлау» проектында ҡатнашып, икеһендә лә еңдек. Тәүге йылда – «Тренажер беседкаһы», ә былтырғы уҡыу йылында «Компьютер класы» ҡайтартылды мәктәбебеҙгә. Ошо еңеүҙәрҙән ҡанатланып, быйыл тағы ла ҡатнашырға булдыҡ.
Ғинуар айында 8-11-се класс уҡыусылары биш проект буйынса эшләне. «Ял итеү зонаһы», «Спорт – модала», «Хыял иткән мәктәп ихатаһы», «Ял итеү бүлмәһе» һәм «Мәктәптә модулле музыкаль үҫеш киңлеге» проекттары 5-11-се класс уҡыусыларына тәҡдим ителде һәм тауыш биреүгә ҡуйылды. Уҡыусыларҙы аҙаҡҡы проект нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы һәм күпселек тауыш менән ул еңеп сыҡты. Еңеүсе булған инициатив төркөмгә, йәғни үҙемдең класташтарыма, артабан да уңыштар теләйем.
Таңсулпан Иҫәнсурина, 11-се класс уҡыусыһы.