Мәғариф Образование
26 Февраль 2025, 11:05

Яҙғы каникул ҡасан башлана

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте мәктәптәрҙә яҙғы каникул ҡасан башланыуы тураһында хәбәр итте

Яҙғы каникул ҡасан башланаЯҙғы каникул ҡасан башлана
Яҙғы каникул ҡасан башлана

2024-2025 уҡыу йылдына календарь буйынса Башҡортостан уҡыусылары өсөн яҙғы каникул 29 марттан 6 апрелгә тиклем планлаштырылған.

БР мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, федераль белем биреү программаларына ярашлы мәктәптәрҙә белем биреү уҡыу сиректәре буйынса алып барыла. Каникул 7 календарь көндән кәм булмаҫҡа тейеш. Уҡыу йылының оҙайлығы уҡыусылар өсөн 34 аҙна тәшкил итә. Был беренсе класс уҡыусыларына ҡағылмай, улар йылына 33 аҙна уҡый.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас