Мәғариф Образование
27 Февраль 2025, 05:30

Уҡыусылар өсөн бик шәп күнекмә кабинеты

Башҡортостанда һуңғы алты йылда “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуға 23 млрд һум аҡса бүленгән. Шуларҙың 15 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Беҙҙең районда ла милли проект буйынса күп әһәмиәтле эштәр башҡарыла.

Уҡыусылар өсөн бик шәп күнекмә кабинетыУҡыусылар өсөн бик шәп күнекмә кабинеты
Уҡыусылар өсөн бик шәп күнекмә кабинеты

Башҡорт Үргене мәктәбе “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты нигеҙендә компьютер техникаһы менән йыһазландырылған. Бында 28 ноутбук ҡайтарылған һәм урынлаштырылған. Хәҙер 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары махсус кабинетта дәүләт имтихандарына әҙерләнеү, һынау имтихандарын эшләп ҡарау мөмкинлегенә эйә.

– Был уҡыусылар өсөн бик шәп күнекмә кабинеты булды. Информатика, математика һәм рус теле фәндәренән дәрестәр ҙә күпселек ошонда үтә. Балалар камералар күҙәтеүе аҫтында эшләргә өйрәнә. Тимәк улар имтихандар барышында аптырап, юғалып ҡалмаясаҡ, – ти Башҡорт Үргене мәктәбе директоры Нурзилә Ноғоманова.

Милли  проект матди-техник базаны яңыртыуҙан тыш, мәктәпте һәм балалар баҡсаһын йылытҡан ҡаҙанлыҡта ремонт эшләү, ҡыйығын алыштырыу мөмкинлеге лә биргән.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
“Мәғариф беҙҙең өсөн махсус хәстәрлек өлкәһен тәшкил итә. Һәр мәктәптә – төпкөл ауылдарҙа ла, ҡалаларҙағы яңы биҫтәләрҙә лә – балаларыбыҙға сифатлы белем һәм тәрбиә алыу өсөн бөтә шарттар булдырылыуы мөһим”. 

Ләйсән Мусина, Муниципаль белем биреүҙе цифрлаштырыу үҙәге директоры:

– 2019 йылдан “Мәғариф” федераль милли проекты сиктәрендә райондың ун мәктәбендә “Һанлы белем биреү мөхите” үҙәге асылды. Белем усаҡтары проект ярҙамында ноутбук, интерактив таҡта, күп функциялы ҡоролма, телевизор ала алды. Хәҙер кабинеттар уҡытыусылар өсөн генә түгел, уҡыусылар өсөн дә компьютер техникаһы менән йыһазландырылған.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас