Мәрйәм Бураҡаева - халыҡ уҡытыусыһы!

Башҡорт теле уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында Мәрйәм Бураҡаеваға ошондай мәртәбәле исем бирелде.

Мәрйәм Бураҡаева - халыҡ уҡытыусыһы!Мәрйәм Бураҡаева - халыҡ уҡытыусыһы!
Мәрйәм Бураҡаева - халыҡ уҡытыусыһы!

"Урал батыр" эпосы - башҡорт халҡының йәшәйеше ул", - тигәйне Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. Хәбәр итеүебеҙсә, тап бөгөн Республика башлығы Урал батыр көнөн иғлан итте. Был ике ваҡиғаның бергә тура килеүе лә осраҡлы түгелдер.

 

Яҡташыбыҙ, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваны лайыҡлы "Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы" тигән исеме ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Мәрйәм апайға наныҡлы һаулыҡ, ижади үрҙәр, тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйбеҙ! 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас