Гимназия – еңеүсе!

Юрий Гагарин Кубогына уҡыусыларҙың Республика олимпиадаһының йомғаҡлау этабында Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты "Иң яҡшы мәктәп" конкурсында Еңеүсе булды!

Гимназия – еңеүсе!Гимназия – еңеүсе!
Гимназия – еңеүсе!

Бына улар, районыбыҙҙың данын яҡлаусы уҡыусылар һәм уҡытыусылар: 5-се кластан Гөлнар Уркинбаева, Гәлсәр Хөсәйенова, 6-сы класс уҡыусылары Самира Фәйзуллина, Динара Назарова (башҡорт теле һәм әҙәбиәте, етәкселәре К.М. Дәүләтбаева), 7-се кластан Асҡар Юланов (биология, етәксеһе М.Б. Абдуллина), Сөмбөл Исмәғилева (башҡорт теле һәм әҙәбиәте, етәксеһе Г.И. Исмәғилева), 8-се кластан Нургиз Мөхәмәтйәнов һәм Азалия Ғүмәрова (8-се класс уҡыусыһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, етәкселәре К.М. Дәүләтбаева).

Афарин, тырыш уҡыусылар һәм хөрмәтле уҡытыусылар!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас