

"Ғәҙел Рәсәй – Дөрөҫлөк өсөн" партияһынан депутаттар 9 кластан һуң төп дәүләт имтиханынан баш тартырға тәҡдим итә. Тест заданиелары урынына улар мәктәптәр үҙаллы үткәрәсәк телдән һәм яҙма имтихандарҙы кире ҡайтарырға теләй. Идея авторҙары Сергей Миронов һәм Яна Лантратова.
Парламентарийҙар фекеренсә, хәҙерге формат белемде түгел, ә яуаптарҙы фаразлау һәләтен баһалай. Улар классик имтихандарға күсеү уҡыусыларҙың стрессын кәметер һәм уҡытыусыларҙың яуаплылығын арттырыр тип ышана. Бынан тыш, был күпләп тест ойоштороу сығымдарын кәметәсәк.
Миронов, имтихандың хәҙерге күренештә уҡырға инеүгә йоғонто яһамай, әммә артыҡ көсөргәнеш тыуҙыра, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала. Туғыҙынсы синыф уҡыусыларын уҡытмайҙар, ә ҡалыплы мәсьәләләр буйынса "дрессировкалайҙар". Бының арҡаһында белем сифаты зыян күрә.
Тәҡдим Мәғариф министрлығына ебәрелгән дә инде. Әгәр уны хуплаһалар, мәктәптәр һығылмалыраҡ баһалау системаһына кире ҡайта ала.