



Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Марина Юрина, Абзан мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Лилиә Баһауетдинова, район үҙәгендәге балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрендә эшләгән тәрбиәселәр Алина Хәсәева (“Ләйсән”) һәм Зәлиә Әлмөхәмәтова (“Тирмәкәй”).
Педагогтар секция ултырыштарынан һуң оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Бик йөкмәткеле итеп ойошторолған сара, төрлө район-ҡалаларҙан килгән коллегалар менән аралашыу йәш уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә тәжрибә тупларға булышлыҡ итте.