"Слет онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы"

Үткән аҙнала Шишмә районының "Патриот" хәрби-патриотик паркында ике көн дауамында география уҡытыусылары слеты үтте.

"Слет онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы""Слет онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы"
"Слет онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы"

Унда республиканың бөтә ҡала-райондарынан 250 географ ҡатнашты. Слетты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин, Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Салауат Сәғитов ҡатнашты.

Был слетта Ейәнсура районынан 1-се мәктәптән Ильтай Маҡаев, 1-се мәктәптең Трушин ауылындағы филиалынан Динислам Ҡаҙаҡбаев, Абзан мәктәбенән Айгөл Хәсәнова, Үрге Муйнаҡтан Лилиә Теләүморатова ҡатнашты.

Географтарҙың Радий Хәбиров менән аралашыуы сараға айырыуса мәртәбә биргән. Республика Башлығы педагогтарҙың һорауҙары менән ҡыҙыҡһынып, йәнле аралашҡан.

– Сара юғары кимәлдә үтте! Беҙҙе матур итеп ҡаршылап, ике урынлыҡ бүлмәләргә урынлаштырҙылар. Рус география йәмғиәтенең сувенирҙары матур сюрпризбулды. Ул хәҙер һәр саҡ ошо слетты иҫләтеп торасаҡ.  

Ике көн буйына барған сара дуҫтарса мөнәсәбәттә үтте һәм бик фәһемле булды. Беҙ төрлө төркөмдәргә бүленеп сараларҙа, практик лабораторияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, “түңәрәк өҫтәлдә” ҡатнаштыҡ. Был слет беҙгә коллегалар менән осрашып, аралашыу мөмкинлеге бирҙе.Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған уҡытыусылар менән тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ.

Экскурсияларҙан ҙур тәьҫораттар алдыҡ. Усаҡ янындағы кис мәңгелеккә күңелдә ҡалды. Радий Фәрит улы менән осрашыу шәп сараның лайыҡлы тамамлап ҡуйҙы. Слетты ойошторған, унда беҙҙе йүнәлткән һәр кемгә бергә барған хеҙмәттәштәрем исеменән рәхмәтебеҙҙе еткерәм, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Ильтай Ишембай улы.

 

Радий Хәбировтың георграфия уҡытыусылары слетындағы сығышынан:

– Беҙҙең идарасы команданың стратегик йүнәлештәренең береһе – Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарын һәм матурлығын республикабыҙ һәм Рәсәй, башҡа дәүләттәр халҡы өсөн асыу. Шуға күрә туристик инфраструктураны әүҙем үҫтерәбеҙ. Әгәр һеҙ, педагогтар, “интеллектуаль юл” һалмаһағыҙ һәм төбәккә ҡыҙыҡһыныу уятмаһағыҙ, бурысты үтәп сығыу ауырыраҡ булыр. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе тыңларға һәм уларҙы ҡарарға әҙермен.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас