

Иҫәнғолдоң 2-се мәктәбендә туғыҙ йыл башҡорт класында белем алып, 10-11-ҙе дөйөмләштерелгән класта уҡыған егеттең физиканы яҡшы белеүе, уны яратыуы осраҡлы түгел. Айнурҙың атаһы Зөфәр Сәләхетдин улы физиканан уҡыта. Ағаһы Илнур ҙа 11-се класта физиканан юғары һөҙөмтәгә өлгәшә – 96 балл туплай.
– Үҙ аллы эштәрҙе күпләп эшләнем, атайым менән дә шөғөлләндем, – ти Айнур.
– 9-сы кластан һуң башҡорт класынан 10-11-гә килгән өс уҡыусы: Айнур, Рушан һәм Райман тәнәфестә лә буш тормай, һәр ваҡыт ниндәйҙер мәсьәлә сисәләр, үҙ-ара бәхәсләшәләр, эшләнеү юлдарын эҙләйҙәр, – ти уҡытыусылары. Уҡытыусылары ла уны тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Әйткәндәй, улар өсөһө лә профилле математиканан мәктәптәрендә лидерҙар иҫәбендә: Айнур – 82, Рушан – 78, ә Райман 72 балл йыйған. Айнур рус теленән дә 86 балға өлгәшкән.
Физика, информатика, астрономия фәндәренән бер нисә йыл рәттән Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ҡатнашып, район, республика этаптарында призлы урындарға өлгәшкән егет киләсәген IT технологиялары өлкәһе менән бәйләргә теләй. Ул әле ҡайһы уҡыу йортон һайлау тураһында баш вата. Айнурға һәм башҡа сығарылыш уҡыусыларына уңыштар һәм үҙҙәре теләгән уҡыу йорттары студенттары булып китеүҙәрен теләйбеҙ!