Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имитихандарында 300 балл йыйған. Шатлыҡлы яңылыҡ менән республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.
Өфөнөң 153-сө лицейының 11-се класс уҡыусыһы Алексей Лобов бер юлы өс фән – физика, информатика һәм профилле математика буйынса максималь балл алған. Һәм тағы ла 94 балл – рус теленән имтиханда.
Алексейҙы, уның ата-әсәһен һәм уҡытыусыларын ошо иҫ киткес ҡаҙаныштары менән ҡотлайым! – тип яҙҙы Радий Хәбиров. – Был уҡыу йортонда уҡытыусылар составы бик көслө. Әммә Алексей үҙе лә бик аҡыллы, талантлы, тырыш егет. Уның өсөн барыһы ла уңышлы булһын!»