Ҡәҙерле уҡыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар һәм ата-әсәләр, Белем көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы һәм яңы уҡыу йылы башланыуға бәйле иң изге теләктәрҙе ҡабул итегеҙ!
Был бөтә быуындарҙы берләштергән иң яҡты һәм изге байрамдарҙың береһе, башланғыстар, перспективалар һәм яңы мөмкинлектәр символы. Беҙ барыбыҙ ҙа беренсе тапҡыр мәктәп тупһаһына аяҡ баҫҡан мәлдәге онотолмаҫ тойғоларҙы хәтерләйбеҙ, беренсе уҡытыусыбыҙҙы һәм мәктәп дуҫтарыбыҙҙы онотмайбыҙ.
Был байрамды беренсе тапҡыр билдәләүселәргә – беренсе класс уҡыусыларына айырым ҡотлауҙар юллайым! Улар бөгөн көн геройҙары – улар өсөн тәүге тапҡыр мәктәп ҡыңғырауы яңғырай, яңы, матур һәм мауыҡтырғыс мәктәп тормошо башлана.
Һеҙгә, хөрмәтле ата-әсәләргә, балаларға сикһеҙ һөйөүегеҙ, уларҙы тәрбиәләүҙә арыу-талыу белмәүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ йәш балаларҙы көн һайын изгелек ҡылырға, батырлыҡҡа һәм мәрхәмәтлеккә өйрәтәһегеҙ.
Әлбиттә, уҡытыусы хеҙмәтен дә билдәләп үтергә кәрәк. Бик күп матур һөнәрҙәр бар, әммә белем сығанағы булған уҡытыусынан да юғарыраҡ һөнәр юҡ.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм ғаиләләрҙә именлек теләйем! Яңы уҡыу йылы һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы һәм емешле булһын, асыштар һәм яңы ҡаҙаныштар шатлығы килтерһен! Белем байрамы менән, аҡ юл һеҙгә!