Районыбыҙҙың билдәле "Йырау" башҡорт халыҡ фольклор ансамбле менән мауыҡтырғыс осрашыу үтте. Улар башҡорт халҡының милли кейеме менән таныштырҙылар, кейемдең һәр элементының әһәмиәте тураһында һөйләнеләр, үҙҙәренең йырҙарын да бүләк иттеләр. Бындай осрашыуҙар балаларҙа үҙ халҡына һәм уның тарихына һөйөү тәрбиәләүгә булышлыҡ итер, быуындан быуынға күсеп килгән рухи мираҫты онотмаҫтар, үҙҙәренән һуң киләсәк быуынға лайыҡлы тапшырырҙар, тип ышанабыҙ!