Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
22 Сентябрь 2025, 19:20

Республика уҡыусылары – «Президент ярыштары» еңеүселәре

Краснокама районының Ҡуян ауылынан алты бишенсе класс уҡыусыһы ауыл командалары араһында иң көслөләре тип танылды.

Республика уҡыусылары – «Президент ярыштары» еңеүселәре
Республика уҡыусылары – «Президент ярыштары» еңеүселәре

9-21 сентябрҙә «Орленок» балалар үҙәгендә йәйге спорт төрҙәре буйынса ярыштар үтте, унда 85 ҡала һәм 79 ауыл класы-командалары — 1,5 меңгә яҡын кеше ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Краснокама районы уҡыусылары — «Президент ярыштары» еңеүселәре! Ҡуян ауылынан алты бишенсе класс уҡыусыһы Бөтә Рәсәй спорт ярыштарында беренсе урынды алды – ауыл командалары араһында иң көслөләре булды. Беҙҙекеләр яҡшы физик әҙерлек, бергә эшләй белеүен һәм иҫ киткес берҙәмлек күрһәтте. Еңеүселәрҙе, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын – физкультура уҡытыусыһы Светлана Ислибаеваны, Краснокама районының спорт мәктәбе тренеры Владимир Спиридоновты ҡотлайым», — тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Радий Хәбиров.

Республика Башлығы шулай уҡ һәммәһенә лә, айырыуса балаларға спорт менән шөғөлләнеүҙең мөһим икәнен иҫкә төшөрҙө. Бындай еңеүҙәр дәрт өҫтәй, тип билдәләне ул. Ә республика етәкселегенең бурысы – балаларҙың үҫешенә мөмкинлектәр булһын өсөн барыһын да эшләү.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-09-22/shkolniki-iz-bashkirii-stali-pobeditelyami-prezidentskih-sostyazaniy-4396979

Автор: Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас