Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф Образование
22 Октябрь 2025, 18:05

Көҙгө каникулдар ғәҙәттәгенән оҙайлыраҡ була

Уҡыусылар 25 октябрҙән 4 ноябргә тиклем ял итәсәк.

Көҙгө каникулдар ғәҙәттәгенән оҙайлыраҡ була
Көҙгө каникулдар ғәҙәттәгенән оҙайлыраҡ була

Башҡортостандың мәғариф министры яҡынлашып килгән көҙгө мәктәп каникулдары тураһында иҫкә төшөрҙө.

«Уҡыу календарына ярашлы, мәктәп уҡыусылары өсөн көҙгө каникулдар – 2025 йылдың 25 октябренән 2 ноябренә тиклем. Быйыл каникулдан һуң беҙҙе дәүләт байрамы — 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө көтә. Шулай итеп, уҡыусылар туғыҙ көн (25 октябрҙән 4 ноябргәсә) ял итә. Шаршамбы, 5 ноябрҙә, балалар яңы көс-дәрт менән парта артына ултыра», — тип яҙҙы Илдар Мәүлитбирҙин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Министр шулай уҡ ата-әсәләргә каникул осоронда балаларҙың именлеге хаҡында хәстәрлек күреүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Ә уҡыусыларға был көндәрҙе файҙалы итеп үткәреүҙәрен теләне. Әйтәйек, күберәк саф һауала йөрөргә, ҡыҙыҡлы китаптар уҡырға, ғаилә менән ваҡыт үткәрергә һәм мәҙәни сараларға йөрөргә.

https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-10-20/osennie-kanikuly-budut-dlinnee-obychnogo-minprosvescheniya-bashkirii-4434217

Автор: Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас