Мәғариф Образование
24 Октября 2025, 10:35

Ейәнсура уҡытыусылары конкурста һынатманы

Район уҡытыусылары командаһы "Методик команда" конкурсында ҡатнашып, номинацияла еңеү яуланы

Ейәнсура уҡытыусылары конкурста һынатманыЕйәнсура уҡытыусылары конкурста һынатманы
Ейәнсура уҡытыусылары конкурста һынатманы

22 һәм 23 октябрҙә М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның һөнәри оҫталыҡты өҙлөкһөҙ күтәреү үҙәгендә "Методик команда" конкурсы үтте. Ейәнсура районы командаһы «Педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе методик оҙатыуҙы иң яҡшы трансляциялаған өсөн» номинацияһында еңеүсе булған!

Командаға тәжрибәле белгестәр: Иҫәнғолдоң 1-се урта мәктәбенән Ләйсән Мусина,  Таҙлар мәктәбенән Әнзинә Дүшәнбаева, Н. Кәримов исемендәге Күгәрсен мәктәбенән Нурзилә Иҙрисова, Үрге Муйнаҡ мәктәбенән Миләүшә Шәрипова, М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатынан Минзилә Абдуллина ингән. Уларҙың профессионализмы һәм берҙәм эше конкурстың бөтә этаптарында ла ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам иткән, тип хәбәр итте район мәғариф бүлеге.

Ҡотлайбыҙ!

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас