Кисә Күгәрсен районының Мораҡ ауылында М.Ғ. Рәхимов исемендәге башҡорт гимназияһында Башҡортостан Республикаһы Йәш педагогтар советының зона семинар‑кәңәшмәһе үтте.
Ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Сәйфуллин һәм райондың мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов сәләмләне. Сарала Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла, Баймаҡ райондары вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр итте Ейәнсура районы мәғариф бүлеге.
Кәңәшмәлә Йәш педагогтар советы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге университеттың универсаль педагогик компетенциялар технопаркы директоры урынбаҫары Эльвира Шәймөхәмәтова, РФ халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһының ойоштороу эштәре бүлеге мөдире Әлиә Мәзитова сығыш яһаны.
Ейәнсура районы делегацияһы составында райондың йәш педагогтары советы рәйесе, Иҫәнғолдоң 1-се мәктәбенең физика һәм математика уҡытыусыһы Л. Мусина, 2-се мәктәп уҡытыусыһы О. Мамурина, 1-се мәктәптең директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе М. Моталлапова, Н. Кәримов исемендәге Күгәрсен мәктәбе уҡытыусыһы Н. Иҙрисова, «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе А. Мәзитова ҡатнашҡан.
Осрашыуҙа йәш педагогтарҙың һөнәри үҫеше, тәжрибә уртаҡлашыу һәм хеҙмәттәшлек перспективалары мәсьәләләре тикшерелде.