26 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп директорҙары – ауыл ерендә эшләгән дөйөм белем биреү учреждениеларының йәш етәкселәре араһында беренсе грант конкурсында еңеүселәр менән осрашты. Радий Хәбиров педагогтарға намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте һәм уларҙың ауыл йәмғиәтен үҫтереүҙәге ролен юғары баһаланы.
Иң беренселәрҙән булып 690 мең һумлыҡ сертификат алған директорҙар араһында Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты директоры Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙы Садыҡова ла бар. Ҡотлайбыҙ!