

Сарала башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты уҡытыусылары, студенттар һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Конференцияның пленар ултырышында 10 доклад тыңланды.
Филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт әҙәбиәте һәм ватан һүҙ сәнғәте кафедраһы мөдире Гөлфирә Гәрәева данлыҡлы яҡташыбыҙ А.Абдуллиндың тормошо һәм ижадына дөйөм күҙәтеү яһаны, яҙыусының күп милләтле әҙәбиәтебеҙ үҫешенә индергән өлөшөн юғары баһаланы.
Юлай Солтанбаевтың сығышы яҙыусы шәхесенең тамырҙары һәм ижадының сығанаҡтары хаҡындағы мәғлүмәттәргә бик бай, йөкмәткеле булды. Юлай Вәли улы – бөтөн ғүмерен уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған педагог, 37 йыл буйына Үрген урта мәктәбенең алыштырғыһыҙ директоры булып эшләгән мәғариф ветераны, тарихи тематикалы, күренекле яҡташтары хаҡында байтаҡ мәҡәләләр баҫтырған абруйлы шәхес булараҡ билдәле. Уның әсәһе Зәйтүнә Мөхәмәт ҡыҙы – Азат Абдуллиндың бер туған апаһы. Юлай Вәли улы атаҡлы яҙыусыны биргән Үрген ауылы тарихына туҡталды, арҙаҡлы шәхестәрҙе телгә алды, Азат Мөхәмәт улын тәрбиәләгән мөхит тураһында һөйләне, уның нәҫел-нәсәбе, шәжәрәһенә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, ижади мираҫы, баҫылмай ҡалған әҫәрҙәрен халыҡҡа еткереү саралары хаҡында үҙ фекерҙәрен еткерҙе. Юлай Солтанбаев факультет деканы профессор Гөлфирә Абдуллинаға үҙенең Үрген ауылы тарихына бағышланған китабын бүләк итте.
Үргендән сыҡҡан әҙәбиәтсе-ғалим, филология фәндәре кандидаты, доцент Илшат Янбаевтың доклады Азат Абдуллин ижадының идея-тематик офоҡтарын барлауға арналды. Ул үҙенең сығышында замандың көнүҙәк, кисектермәй хәл ителергә тейешле мөһим мәсьәләләрен алдан күрә белеүсе, осорҙоң социаль-сәйәси, әхлаҡи, иҡтисади һәм хоҡуҡи күренештәрен һиҙгер тотоп алырға һәләтле фекер эйәһенең, илебеҙҙә генә түгел, бөтөн донъяға билдәле драматург ижадының феноменын асырға тырышты, айырым әҫәрҙәренең яҙмышына, сәхнәгә сығыу тарихына туҡталды, Азат Абдуллин күтәреп сыҡҡан проблемаларҙың бөгөнгө көн өсөн дә бик актуаль икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Филология фәндәре кандидаты, доцент Рәмзиә Мостафина иһә яҙыусының прозаһына төплө анализ яһаны, ижадының жанр-стиль үҙенсәлектәрен асып һалды, әҫәрҙәренең образдар системаһына ҡылыҡһырлама бирҙе.
Бүтән докладсыларҙың сығышы Ҡәҙим Аралбаевтың ижад үҙенсәлектәрен барлауға, бөгөнгө республика матбуғатының тел-стиль тәбиғәтен асыҡлауға, рус әҙәбиәте һәм уны уҡытыу методикаһы, әҙәбиәт–ара бәйләнеш мәсьәләләренә арналды. Ғилми-ғәмәли конференция материалдары айырым йыйынтыҡ рәүешендә донъя күрәсәк.
Сара унда ҡатнашыусыларҙың йәнле аралашыуы, коллектив фотоға төшөүе менән тамамланды. Ойоштороусыларға һәм килгән ҡунаҡтарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, эштәрендә уңыштар һәм ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
Илшат Янбаев.
Фотола – конференцияла ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө.