

Ниндәй генә заман килһә лә, уҡытыусы һөнәре кәрәкле һәм шул уҡ ваҡытта иң ауырҙарҙан булып ҡала. Ул эш кенә түгел, ә йәшәү рәүеше лә.
Ә ниндәй ул бөгөнгө уҡытыусы? Ошо һорауға яуап алыу һәм, ғөмүмән, замана уҡытыусыһының тын алышын, йәшәйешен белеү ниәтендә Венера Бакирова менән таныштым. Яңы Себенлелә йәшәһә лә ул Ишемғол мәктәбендә математика, информатика дәрестәре алып бара, шулай уҡ завуч вазифаһын башҡара.
Мәҡәлә геройымдың нисек уҡытыусы булып китеүе, бала сағы тураһында һорашам, завуч та бит ҡасандыр үҙе уҡыусы булған.
– Ҡарабәрҙелә тыуып үҫтем. Әсәйемде, Әлшәй районы ҡыҙын, Салауат педучилещиһын тамамлғас, беҙҙең районға эшкә йүнәлткәндәр. Ҡарабәрҙелә башланғыс кластарға белем биргән ул. Атайым шул ауылдыҡы булғас, танышып ғаилә ҡорғандар. Ҡужабаҡҡа күсеп, мин тәүҙә шунда, аҙаҡ Ишемғолда уҡыным, – тип үҙе менән таныштыра Венера апай.
Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ пединститутына уҡырға инеүе осраҡлы килеп сыға. Сығарылыш уҡыусыларынан: “Балалар, ҡайҙа уҡырға бараһығыҙ?” тип һорайҙар, класс етәксеһе Лира Нәзип ҡыҙы: “Венера физматҡа бара”, – тип уның өсөн яуап бирә (көлә). Быны ишетеп, директор Зиннур Миңшәрип улы юғары уҡыу йортона йүнәлеш алып килә.
– Минем математика менән ҡыҙыҡһыныуымды күреп, миңә ышанғандар микән? Бына шулай, бәхетле осраҡ минең яҙмышымды билдәләне лә ҡуйҙы. Ғөмүмән, ғүмер юлымда үрнәк булырҙай, тормош дәресе бирерҙәй кешеләр күп осраны, – ти Венера апай.
Институтта уҡыуы еңел, күңелле була. Информатика кеүек яңы предметтар индерелә, компьютерҙар барлыҡҡа килә. Уҡыу йортон 1992 йылда уңышлы тамамлап ҡайтып, тәүҙә бер йыл Ташлы мәктәбендә уҡыта. Яратҡан кешеһенә кейәүгә сыҡҡас, уның тыуған ауылы Яңы Себенлегә күсеп килеп төпләнәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош иптәше бер нисә йыл элек вафат булған. Хәҙер ике улы, ике ейәнсәре – таянысы, йыуанасы.
Яңы Себенле мәктәбендә тәжрибә туплаған уҡытыусы 2010 йылдан Ишемғолда эшләй.
– Яңы быуынды тәрбиәләүгә үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Балаларҙың мөмкинлектеренән тыш әллә ниндәй математик һәләттәр талап итмәйем. Шул уҡ ваҡытта мәктәптән һуң уҡыусылар кем генә булмаһын, уларға һәр ваҡыт логик фекерләү, анализлау, сағыштырыу, һығымталар яһау, факттарҙы дөйөмләштереү һәләте кәрәк буласаҡ, – ти уҡытыусы.
Ысынлап та уҡытыусының тырышлығы бушҡа үтмәй – мәктәпте тамамлаған уҡыусылары Венера Юлай ҡыҙын бөгөн дә онотмай, байрам һайын ҡотлап, хәлен белешеп торалар.
Бер көн эсендә уҡытыусы эшен бар тулылығында асып бөтөп булмай, әлбиттә. Дәрестәр алып барыу, электрон дневник тултырыуҙан тыш, күҙгә күренмәгән эштәрен, уның араһында тикшереүҙәр, экскурсиялар, мәктәптәге сараларҙы күҙ уңында тотһаң, күпме көс түгелгәнен аңларға булалыр, моғайын. Ә тағын да ул, буш ваҡытында волейбол, шахмат уйнарға ярата. Шулай уҡ, Яңы Себенленең “Аҡ ҡалфаҡ” татар ансамблендә йырлай, бығаса бейеү коллективында ҡатнашҡан.
Венера Бакирова был тормошта үҙ һөнәрен, үҙ урынын тапҡан, киң эрудициялы, юғары әхлаҡлы, бар яҡлап та уңған районыбыҙҙың уҡытыусыһы ул.
Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.