Рәсәй уҡыусылары 1 сентябрҙән яңы программа буйынса уҡыясаҡ, бөтә үҙгәрештәр илдең берҙәм белем биреү киңлеген нығытыуға йүнәлтелгән, тип хәбәр итте РИА Новости агентлығына Мәғариф министрлығы етәксеһе Сергей Кравцов.
"Яңы уҡыу йылы алдынан беҙ мәғариф системаһының бөтә йүнәлештәре буйынса ҙур эш башҡарҙыҡ. Илдең берҙәм белем биреү киңлеген нығытыу өсөн программалар ентекле әҙерләнде", – тип һөйләне министр.
Мәғариф министрлығы балаларҙың бөтә ерҙә лә сифатлы белем алыуы һәм кластан ситтә үҫешеү мөмкинлеге булыуы өсөн уҡыу предметтарының, шулай уҡ дәрестән тыш эшмәкәрлектең йөкмәткеһен комплекслы яңыртты, тип өҫтәне Кравцов.
Мәҫәлән, 2026 йылдың 1 сентябренән йәмғиәтте өйрәнеү 9-11 кластарҙа өйрәнеләсәк, шул уҡ ваҡытта мәктәптә тарих дәренстәре һаны артасаҡ. Тарих буйынса предметты өйрәнеүгә ваҡыты билдәләнгән һәм темалар тәртибен үҙгәртеү хоҡуғы булмаған берҙәм программа эшләй.
Бынан тыш, яңы уҡыу йылында министрлыҡ яңы предмет – "Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте"н индерә. Бишенсе класс уҡыусылары уны 2027 йылдың ғинуарынан, ә 6-7-се кластар 2027 йылдың 1 сентябренән өйрәнә башлай. Балалар дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, шулай уҡ ғалимдарҙың һәм хәрбиҙәрҙең, шул иҫәптән МХО геройҙарының тормош юлдарын һәм ҡараштарын өйрәнәсәк.
"Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре "предметы яңы уҡыу йылынан ике берҙәм мотлаҡ курсҡа бүленә: "Тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге" һәм "Башланғыс хәрби әҙерлек". Уҡытыу практик күнекмәләргә ҡороласаҡ, улар уҡыусыларға көнкүрештә, ҡалала, тәбиғәттә, цифрлы арауыҡта үҙҙәрен һаҡларға ярҙам итәсәк һәм илдең именлегенә аңлы мөнәсәбәткә әҙерләнәсәк.
Шулай уҡ 2026/27 уҡыу йылынан мәктәптең дәрестән тыш эшмәкәрлек курсында “Рәсәй – минең офоҡтарым” төбәк компоненты мотлаҡ буласаҡ. Программала иҡтисадҡа, алдынғы предприятиеларға, талап ителгән һөнәрҙәргә һәм конкрет төбәктең карьера мөмкинлектәренә арналған һигеҙҙән дә кәм булмаған дәрестәр барлыҡҡа киләсәк. Яңылыҡ 6-11 класс уҡыусыларының 8,5 миллиондан ашыуын үҙ эсенә алған берҙәм һөнәри йүнәлеш моделенең бер өлөшө буласаҡ.