2026 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмалары «Мәскәү электрон мәктәбе» (МЭШ) платформаһы нигеҙендә булдырылған «Минең мәктәбем» федераль белем биреү системаһына күсә башлай.
Яңы электрон көндәлек ярҙамында ата-әсәләр баланың нисек уҡыуы, ниндәй баһа алыуы, дәрестәрҙе ҡалдырыу-ҡалдырмауы, өйгә эштәре тураһында тиҙ арала мәғлүмәт ала аласаҡ.
«Моя школа. Дневник» мобиль ҡушымтаһын Рәсәй ҡушымталар магазиндары аша табырға мөмкин. Системаға Дәүләт хеҙмәттәре портал (ЕСИА) аша инергә кәрәк. Әлегә раҫланған яҙмаһы булмаған ата-әсәләргә һәм уҡыусыларға дәүләт хеҙмәттәре порталында алдан теркәлергә кәңәш ителә.
Системала авторизация буйынса ентекле инструкция республиканың Мәғариф министрлығы Max каналында бар.