Рәсәйҙә 11 класты тамамлаусылар өсөн дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының өҫтәмә осоро башланды, ул төп осорҙа имтихан тапшыра алмаған һәм аттестатһыҙ ҡалған сығарылыусылар өсөн үткәрелә. Ғәҙәттә Башҡортостанда өҫтәмә осорҙа имтихан тапшырыусылар дөйөм сығарылыш уҡыусыларының 1-2 процентын тәшкил итә.
Дөйөм алғанда, илдә БДИ-ның өҫтәмә осоронда ҡатнашыуға 7 мең тирәһе кеше теркәлгән. Уларҙың 2 меңгә яҡыны – рус теленән, 5 меңдән ашыуы база кимәлендәге математиканан имтихан тапшырасаҡ.
Имтихандар бер нисә этапта үтәсәк. 4 сентябрҙә сығарылыш уҡыусылары — рус телен, 8 сентябрҙә база кимәлендәге математиканы тапшыра. Ике предмет өсөн дә резерв көн 25 сентябрҙә ҡаралған.
Бөтә ил буйынса БДИ үткәреү өсөн өҫтәмә осорҙа 295 имтихан тапшырыу пункты ойошторлған, уларҙа 6,4 меңгә яҡын ойоштороусы һәм 400-ҙән ашыу күҙәтеүсе эшләйәсәк. Имтихандарҙы Рәсәйҙең 82 төбәгендә һәм сит илдәрҙә белем биреү ойошмаларында тапшыралар.