









27 сентябрҙә илебеҙҙә тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Белем биреүҙең тәүге аҙымдары балалар баҡсаһында башлана, сөнки тап ошонда бала донъяны танып-белергә өйрәнә, шәхес булараҡ формалаша. Тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә баланың киләсәк тормошона нигеҙ һала. Был һөнәрҙең ни тиклем яуаплы булыуын, ниндәй түҙемлек, сабырлыҡ талап итеүен ошо өлкәлә эшләгәндәр үҙҙәре генә беләлер. Тәрбиә эшенең һөҙөмтәһе булып бала күңелендә тәбиғәткә, тирә-йүнгә, Тыуған илгә һөйөү тойғолары уятыу, яҡшылыҡты яуызлыҡтан айыра белеү, дуҫтар табырға өйрәнеү тора.
Башҡорт Үргене ауылындағы “Айгөл” балалар баҡсаһында Юлиә Вадим ҡыҙы Искәнйәрова 17 йыл инде тәрбиәсе булып эшләй. Үҙ эшен яратҡан, эшенән тәм тапҡан, бала күңелен аңлаған, бөтә күңелен биреп, бар булмышын, оҫталығын һалып эшләгән кеше булараҡ белә уны ауылдаштары, хеҙмәттәштәре.
- Юлиә Вадим ҡыҙы юғары категориялы тәрбиәсе, үҙ эшенең оҫтаһы. Һәр балаға иғтибарлы, һәр баланың күңеленә дөрөҫ юл таба белә. 3 тапҡыр “Йыл тәрбиәсеһе” һөнәри конкурсында ҡатнашып, үҙенең тәжрибәһен башҡаларға күрһәтеп, 2026 йылда район буйынса лайыҡлы рәүештә еңеүсе булып танылды. Уның дәрестәре методик яҡтан юғары кимәлдә үтә, төрлө уйындар, йәнһүрәттәр, әкиәттәр аша телгә, илгә һөйөү тәрбиәләй, - ти Ейәнсура районы мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү методисы Регина Вил ҡыҙы.
Башҡорт Үргене ауылында тыуып үҫкән Юлиә Вадим ҡыҙы, Сибай педагогия колледжын тамамлағас, Магнитогорск Дәүләт университетында ситтән тороп мәктәпкәсә белем биреү бүлегендә уҡыуын дауам итә. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт Үргене ауылында балалар баҡсаһында эш башлай. “Тәрбиәсе – икенсе әсәй”, - тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Юлиә Вадим ҡыҙы һәр баланың күңелен, ынтылыштарын аңлара тырыша, баҡсала балаларға ҡыҙыҡлы, яҡшы булһын өсөн барыһын да эшләй.
- Балаларҙы яратам, һәр бала миңә үҙ балам кеүек яҡын һәм ҡәҙерле, - ти, үҙе лә 3 бала әсәһе Юлиә Вадим ҡыҙы. – Ял көндәренән һуң уларҙы һағынып киләм. Тормошомдо балаларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Балаларға үҙең өйрәтеү генә түгел, сабыйҙарҙан үҙеңә лә күп нимәгә өйрәнергә була. Улар кеүек бөтә нимәнән дә шатлыҡ табырға, матурлыҡҡа һоҡлана белергә өйрәнәһең, - ти тәжрибәле тәрбиәсе.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Юлиә Вадим ҡыҙы Ейәнсура районы Мәғариф бүлегенең, Район Администрацияһының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. 2026 йылғы педагогтарҙың август кәңәшмәһендә ул тағы ла юғарыраҡ наградаға - Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Ысынлап та, Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығын һәм таянысын үҫтергән педагогик хеҙмәткәрҙәр оло исемгә лайыҡ! Тәжрибәле, белемле тәрбиәсегә артабан да эшендә уңыштар, яңынан-яңы үрҙәргә күтәрелеүен теләйбеҙ.