

Үткән уҡыу йылын барлағанда, уҡыуҙа, олимпиадалар һәм конкурстарҙа ҡаҙанған уңыштары өсөн йәйге каникул осоронда Исмәғилева Гүзәлиә Стәрлебаш районының һәләтле балалар өсөн ойошторолған “Йәйләү” профилле сменаһында ял итеп, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белемен нығытып ҡайтты. Август айында кластың алдынғы уҡыусылары Гүзәл, Гүзәлиә, Сөмбөл Исмәғилевалар Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркында йәш шайморатовсылар өсөн ойошторолған сменала ял иттеләр. Бында шайморатовсыларға хәрби-патриотик тәрбиә биреү менән бер рәттән мауыҡтырғыс осрашыуҙар, ярыштар, экскурсиялар үткәрелде. Беҙҙең ҡыҙҙар үҙҙәренең әүҙемлектәре менән айырылып торҙолар. Гүзәл взвод командиры вазифаһын үтәһә, Гүзәлиә, автомат һүтеп-йыйыуҙа еңеп, Диплом менән бүләкләнде. Ә Сөмбөл лагерҙы ябыу тантанаһын матур башҡорт бейеүе менән биҙәне. Ҡыҙҙар быйыл лагерға өсөнсө йыл рәттән барҙылар. Бында улар бик күп дуҫтар таптылар, рәхәтләнеп ял иттеләр.


Яңы уҡыу йылы башланыу менән, шайморатовсыларҙың да тынғыһыҙ тормошо башланды. 6–9 сентябрҙә Стәрлебаш районының «Авангард» лагерында «Тел мөхите» йәштәр төбәк форумы үтте. Форумда республиканың төрлө төбәгенән 14–18 йәшлек 100 уҡыусы ҡатнашты. Улар араһында беҙҙең кластан башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Федераль олимпиада еңеүсеһе Юланов Асҡар ҙа бар ине.Дүрт көн дауамында йәштәр башҡорт телендә аралашты, бергәләп проекттар эшләне һәм төрлө сараларҙа ҡатнашты. Асҡар бында үҙен төрлө идеяларға бай әүҙем ҡатнашыусы булараҡ күрһәтте.


Артабан инде шайморатовсыларҙың иң мөһим сараларының береһе булған “Йәйге Шайморатов уйындары”на әҙерлек башланды. Был уйында кластан ете уҡыусы ҡатнашырға тейеш ине. Беҙҙең команданың составына иң көслөләр, етеҙҙәр, таҫыллылар, мәргәндәр һайлап алынды. Улар – кластың командиры Ишмөхәмәтов Ғәйсәр, Ғафаров Динис, Сабиров Илшат, Самородин Темур, Гүзәл һәм Гүзәлиә Исмәғилевалар, Дәүләтшина Диана.
Көн һайын ныҡлы әҙерлек үткәндән һуң, 23 сентябрҙә Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы «Хазина» полилингваль күп профилле мәктәбендә үтәсәк «Йәйге шайморатов уйындары»ның зона этабына юлландыҡ. Бында Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан һәм Сибай, Межгорье ҡалаларынан 5–9-сы класс уҡыусыларының 41 командаһы ҡатнашты.
Беҙҙең уҡыусылар эстафета, өс туп менән йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү, ваҡытҡа баскетбол тубын ҡулсаға индереү, турникта күтәрелеү, скакалкала һикереү кеүек конкурстарҙың барыһын да “һә” тигәнсе үтеп, Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларының иң көслө командаһы булыуҙарын тағы бер тапҡыр раҫланылар. Әбйәлилдән еңеүсе Кубогы һәм Диплом менән ҡайттыҡ. Алда беҙҙе тағы ла көсөргәнешлерәк, яуаплыраҡ этап - республика ярышы көтә ине.


29 сентябрь көнө ошо команда менән республикабыҙҙың төньяғына – Нефтекама ҡалаһына юл тоттоҡ. Төндә юлға сығып, ярыштар башланыр сәғәткә был ҡаланың 17-се һанлы “Ҡанатлан” күп профилле мәктәбенә килеп төштөк. Оҙон юлдан килеүҙәренә ҡарамаҫтан, беҙҙең шайморатовсылар тиҙ арала үҙҙәрен әҙерләп, ярыштың һәр төрөн тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ менән үтәп сыҡтылар. Бында, зона этабынан айырмалы рәүештә, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса викторина һорауҙарына яуап биреү, республиканың спилс-картаһын йыйыу, сафта йөрөү, Калашников автоматын һүтеп-йыйыу, традицион башҡорт йәйәһенән уҡ атыу, оҙонлоҡҡа һикереү кеүек һынауҙар аша үтергә тура килде.
Бында ла беҙҙең шайморатовсылар һынатманылар. Еңеүсе команданан саҡ ҡына ҡалып, 2-се урынға лайыҡ булдылар. Рәсәй Геройы М.Шайморатов исеменә тап төшөрмәй, уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғылар сафында булған уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланмаҫлыҡ түгел! Улар, сығарылыш класы булараҡ, быйыл тағы ла ҙурыраҡ һынауҙар алдында торалар. Иманым камил, шайморатовсыларыбыҙ ҡаршылыҡтар алдында бөгөлөп төшмәҫ, ауырлыҡтарға бирешмәҫ. Салауат вариҫтары сигенә белмәй!
Уҡыусыларыбыҙҙың һәр башланғысын хуплап, ярыштарҙа ҡатнашырға әҙерләшеп, бер команда булып эшләгән коллегаларыма – гимназия директоры Эльвира Садыҡоваға, кластың хәрби кураторы Анзур Сырлыбаевҡа, район мәғариф бүлеге начальнигы Луиза Исламоваға һәм һәр ваҡыт аңлап, фатихаларын биреп торған атай әсәйҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.