Һуңғы ун йылда иң оҙоно

Мәктәптәрҙә көҙгө каникул нисә көнгә һуҙылыуы тураһында хәбәр ителде

Добавить в предпочтительные источники Google
Фото: ИА «Башинформ»Фото: ИА «Башинформ»
Фото: ИА «Башинформ»

2026-2027 уҡыу йылында уҡыусыларҙың көҙгө каникулдары һуңғы 10 йылда иң оҙон буласаҡ, тип яҙа “Башинформ”.

БР Мәғариф министрлығы 2026-2027 уҡыу йылына тәҡдим иткән уҡыу календарына ярашлы, ял һәм байрам көндәрен иҫәпкә алып, уҡыусыларҙың ялы 12 көн дауам итәсәк.

Дүшәмбенән йомаға тиклем уҡығандар өсөн каникул шәмбе, 24 октябрҙә, башлана һәм байрам көндәрен иҫәпкә алып, 4 ноябргә тиклем дауам итә. Уҡыусылар 5 ноябрҙә генә мәктәпкә барасаҡ.